+19 °С
Дождь
9 мая - День Победы
13 Октября 2022, 05:57

Туймазыла йәйәүлене бәрҙергәндәр

Кисә Туймазы ҡалаһының Йәшел урамында бер ирҙе бәрҙергәндәр.

Йәйәүлене бәрҙереү кискеһен, яҡынса ун беренсе яртыла, теркәлгән. Юлдан алыҫ түгел генә тротуар булһа ла, ҡалала йәшәүсе 60 йәшлек ир юл буйлап китеп барған. Ирҙе еңел автомобиль бәрҙергән, уның менән 31 йәшлек ҡатын идара иткән.

Йәйәүле йәрәхәтләнгән, ул Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлеге ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләрҙе һәм водителдәрҙе төндә юлда айырыуса һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыра. Йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы арттырырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ тротуар буйлап йөрөү яҡшыраҡ, ә юлдан түгел.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас