

Легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары шунда уҡ билдәле. Бигерәк тә малайҙар. Уларҙа башҡорт камзулы стилендәге күк пинжәктәр. Ләкин егеттәр башҡаларҙан тышҡы яҡтан ғына айырылып тормаҫҡа тейеш. Шайморатовсыларға уҡыуҙа, мәктәптең һәм райондың йәмәғәт тормошонда башҡа уҡыусыларға өлгө булырға кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, геройыңа тиңләшергә кәрәк.
- Бер үк ваҡытта «шайморатовсы» булыу - маҡтаулы һәм яуаплы. Һеҙ шайморатовсылар символикаһы төшөрөлгән форма кейеү хоҡуғына эйә булдығыҙ һәм һеҙ генерал-майор, башҡорт геройы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә лайыҡлы булыу бурысын үтәйһегеҙ, - тине хакимиәт башлығы урынбаҫары Булат Хәлиуллин. - Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.
Булат Зиннур улы бишенсе класс уҡыусылары Рәил Фәйрушинды, Елизавета Безрукованы, Азалия Камалетдинованы, Рамаҙан Усмановты, Дарвин Фазыловты, Рузанна Хәбибуллинаны, Сәид Ғабдуллинды йәйге шайморатов уйындарында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Һуңынан 30 уҡыусы ла йәш «шайморатовсылар»ға ант бирҙе һәм «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.
«Серпантин» хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Василий Биккинин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһен 5-се класс рәйесе, отличник, футболсы Александр Соловьевҡа тапшырҙы. Йәш шайморатовсы билдәләүенсә, хәҙер уның класы тиҫтерҙәренә генә түгел, бөтә мәктәп уҡыусыларына ла өлгө булып торорға тейеш. Ул лайыҡлы командир булырға һәм класташтарын яҡшы уҡыуға һәм изге эштәргә дәртләндерергә тырышасаҡ.