+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
14 Июнь 2022, 15:46

Башҡортостанда 5 йәшлек ҡыҙға эт һөжүм иткән: бала реанимацияға эләккән

Благовар районында 13 июндә көндөҙ ашығыс хеҙмәт белгестәренә бер ҡатын шылтыратып, балаһына эт һөжүм итеүе тураһында хәбәр иткән

Фажиғәлә 5 йәшлек ҡыҙ зыян күргән. Ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. «Пациент реанимацияла ята. Уның сәләмәтлеге уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Ҡыҙға операция яһағандар», - тип хәбәр итте медицина өлкәһендәге сығанаҡ. Эттең хужаһы булмағанлығы асыҡланған.
Әлеге осраҡ буйынса Шишмә район-ара тәфтиш бүлеге тикшереү эштәре алып бара.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: