-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь , 16:18

Нимә ул кадастр хаҡы

Нимә ул кадастр хаҡы – «Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Кадастр хаҡы – күсемһеҙ милек объектының билдәле бер датаға ҡарата дәүләт кадастр баһаһы һөҙөмтәһендә билдәләнгән хаҡы. Ул күсемһеҙ милеккә һалым һалғанда, килешеүҙәр төҙөгәндә күсемһеҙ милек хаҡын баһалау һәм башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыла.

Кадастр хаҡы ниндәй нигеҙҙә билдәләнә:

- объекттың урынына;
- майҙанына;
- характеристикаһына (стеналарҙың материалына, инженер коммуникацияларының булыу-булмауына, тәғәйенләнешенә, ҡулланыу төрөнә һ.б.) ҡарап билдәләнә.

Башҡортостанда кадастр хаҡын, «Дәүләт кадастр баһаһына һәм техник инвентаризацияға» мөрәжәғәт итеп, баҙар хаҡы күләмендә билдәләргә мөмкин (vk.cc/cG76e8).

Уны түбәндәге ысулдар ярҙамында белергә була:

- «Online режимда күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт» сервисы аша: vk.cc/c6IoHM;

- Берҙәм күсемһеҙ милек реестрынан алынған өҙөмтәнән. Уны Дәүләт хеҙмәттәренән (vk.cc/cBv2s8), «Росреестр» сайтында (vk.cc/c6AWpu) һәм Күп функциялы үҙәктә заказ менән алырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: