+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
22 Апрель , 15:11

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

2024 йылдың 27 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Диктант Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 11-ҙә башлана.

Диктанттың өс кимәле бар:

— башланғыс кимәл;
— телде яҡшы кимәлдә белеү;
— төньяҡ-көнбайыш диалектты белеү.

Акция ике форматта үтәсәк:

Офлайн

Һеҙгә алдан майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк: vk.cc/cwhWAm.

Онлайн

Трансляцияны БЮТ телеканалында, шулай уҡ уның социаль селтәрҙәрендә ҡарай алаһығыҙ. Дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыясаҡ.

Сәғәт 11-ҙән 11 сәғәт 25 минутҡа тиклем –башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.

 ️ 11 сәғәт 30 минуттан сәғәт 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусы ҡатнашыусылар өсөн.

 ️ 12 сәғәт 05 минуттан 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем - төньяҡ–көнбайыш диалектын белгән ҡатнашыусылар өсөн.

Онлайн-форматтағы эштәр чат-ботта (vk.cc/cwhXhN) һәм электрон почта аша [email protected] ҡабул ителәсәк.

Диктант яҙыу өсөн бланк – ошонда: vk.cc/cwhXxy.

Шулай уҡ үҙ майҙансығығыҙҙы теркәй (vk.cc/cwhYif) һәм диктанттарҙы тикшереү өсөн эксперт булараҡ теркәлә (vk.cc/cwhYnM) алаһығыҙ.

➡ Тулыраҡ мәғлүмәтте акцияның рәсми сайтында табырға мөмкин: vk.cc/cwhYqw.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: