+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель , 15:31

Башҡортостанға ҙур һыу килә

Республика йылғаларында һыу кимәле ни тиклем ныҡ арта? Әгәр подвалға һыу инһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Һеҙҙең тораҡ пункт алдан күҙалланған ташҡын зонаһына эләгәме?

Брифинг барышында Башҡортостандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк.

Бөгөн, 2 апрелдә, 19.00 сәғәттә БЮТ телеканалында, телеканалдың һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең Бәйләнештә социаль селтәрендәге тура бәйләнеште ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: