-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
6 Февраль 2023, 12:59

Туймазыла табип яман шеште нисек асыҡларға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне

Онкология Башҡортостанда халыҡтың сирҙәрҙән үлем сәбәптәре араһында йөрәк-ҡан тамырҙары патологияларынан ҡала икенсе урынды биләй. Яман шеште иртә стадияла асыҡларға даими профсмотрҙар һәм диспансеризация ярҙам итә. Туймазы терапевы, табип-рентгенолог Андрей Столяров нисек ауылыуҙы асыҡларға икәнен аңлата.

- Онкология сирҙәренән яфаланыусылар һанының артыуы - бар донъяла дөйөм тенденция. Былтыр, майҙан башлап, мин эшләгән КТ-аппаратта тикшереү онкологияның 28 осрағын асыҡларға ярҙам итте. Быйыл ғинуарҙа - 10 осраҡ, - ти Андрей Юрьевич. - Әгәр яман шеш табылһа, өҫтәмә тикшереү тәғәйенләнә - венаға эретмә-контраст менән индерелгән фотоһүрәт. Ул яман шеште билдәләргә мөмкинлек бирә.

Кемделер тикшереүгә табип ебәрә. Кемдер, хәлдең ҡатмарлы булыуын һиҙеп, үҙе килә - быға айырым иғтибар бүлергә теләр инем. Хәлдәрҙәге үҙгәрештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәм. Доктор әйтеүенсә, борсола торған сәбәптәр - йүткереү, даими хәлһеҙлек, тиҙ арыу, гемоглобин кәмеүе.

Компьютер томографияһы үпкә, эс ҡыуышлығы, мейе, һөйәк яман шешен асыҡларға мөмкинселек бирә. Һөт биҙҙәре яман шешен иртә стадияла маммография, тышҡы енси ағзалар яман шешен МРТ күрә ала.

- Кеше КТ-ға икенсе диагнозды асыҡлау өсөн килә, ә унда онкология асыҡлана. Мәҫәлән, үпкәне алайыҡ, ә компьютер томографияһы ашҡаҙан яман шешен «күрә». Әлбиттә, кешенең тәүге реакцияһы - шок, инҡар итеү, йәнәһе, был ниндәйҙер хата! Ләкин пациенттарҙың күбеһе, үҙҙәрен ҡулға алып, үҙ ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшергә теләй. Һәм был - дөрөҫ ҡараш, - ти Столяров.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: