Туймазы районының Ҡандракүл ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быға тиклем ул 1972 йылда һалынған иҫке бинала урынлашҡайны. Балалар баҡсаһында фельдшер-акушерлыҡ пункты өсөн айырым ишекле яңы бина бүленде. Бында прививка яһау, процедуралар, халыҡты ҡабул итеү бүлмәләре, дарыуҙар һаҡлау өсөн урын ҡаралған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡеүәте дөйөм һаны 600 кешенән ашыуыраҡ ике ауыл халҡына беренсе табип ярҙамы күрһәтеүгә иҫәпләнгән.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә быйыл 376 миллион һумға 27 фельдшер-акушерлек пункты һатып алына, өҫтәүенә, уларҙың яртыһы авария хәлендәге ФАП-тар урынына асыла. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2019-2020 йылдарҙа тағы 15 ФАП төҙөү күҙаллана. Һатыулашыу бюджет аҡсаһын экономияларға һәм шул рәүешле ҡалған аҡсаны биш өҫтәмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алыу өсөн тотонорға, шулай уҡ уларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Республикала бөтәһе 380 фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртыуға мохтаж.