Боронғолар ышаныуынса, был байрамда уңышҡа зыян итмәҫ өсөн ҡыр һәм баҡса эштәрен башҡарыу тыйыла. Ә бына умарталыҡҡа “сығыу” хуплана, һәм бал байрам көнөндә төп һый булып иҫәпләнә. Бер аҙ һуңыраҡ, 14 августа, бал спасы етә – ғәрәбә ризыҡ сиркәүҙә өшкөрөлә. Шул уҡ көндө илдә умартасылар һөнәри байрамын билдәләй. Шуға ла, ғәҙәттәгесә, августа беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға татлы һөнәр менән шөғөлләнеүселәр тураһында һөйләйбеҙ. Һәм бөгөн һүҙебеҙ Яңы Николаевка ауылында йәшәүсе Елизавета Исаева хаҡында.
Тыумышы менән ул Үрге Оло Йылғанан. Умартасылыҡ менән ярты быуат самаһы шөғөлләнә. Тәүге тапҡыр ҡорттар менән алтынсы класта уҡығанда, күршеһе өйрәтеүе буйынса эш итә башлай. Елизавета Александровна һүҙенә ҡарағанда, Катя апайға быйыл 95 йәш тулған, ләкин яратҡан эшен әле лә ташламай.
– Катя өләсәй беҙҙең мәңгелек умартасы ул, – тип һөйләй уның тураһында әңгәмәләшем.
Ире менән умарта тотҡандар, балалары ла ярҙам иткән. Мәҫәлән, улдары Саша эш һөйөүсән бөжәктәр менән дүрт йәшендә үк “дуҫлашҡан”. Йылдар үткәс ул тәрән теоретик белем һәм бай тәжрибә туплаған. Хәҙер ғаилә “бизнесында” баш “менеджер”. Уның тырышлығы менән Исаевтар умарталығы балы Өфө, Екатеринбург, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларына, Германия һәм Финляндияға оҙатыла.
– Бал – ғаиләне матди яҡтан нығытыу сараһы һәм сәләмәтлекте нығытыу өсөн бына тигән сара, – ти Елизавета.
Бик күп рухи һәм физик көс талап итеүсе эшен ул яңғыҙы ҡалғас та ташламай. Яратҡан тормош иптәше яҡты донъянан киткәнгә лә инде 13 йыл уҙған, ә умарталыҡ үҫә. Әле Елизавета Александровнаның хужалығында 40-ҡа яҡын умарта. Бөтә эш уның иңендә, сөнки улы һәм ҡыҙы ғаиләләре менән төрлө ҡалаларҙа йәшәй.
– Яраҡлаштым инде, өйрәндем. Бөтөн ваҡытым һәм көсөмдө умартасылыҡҡа арнайым, – тип уртаҡлаша ул.
Бынан тыш, был өлкәләге белемдәрен арттырып, камиллаш-тырып тора. Ғүмер буйы уҡыу ғәҙәте мәктәптән ҡалған – уҡытыусы булып 34 йыл эшләгән. Һәр ваҡыт ҡул аҫтында журнал, китаптар, интернет һәм... бер ваҡыт унда апийорт тураһындағы мәғлүмәткә тап була. Теманы ентекләп өйрәнеп, бындай “биойортто” үҙендә төҙөргә ниәт итә: үҙен тонуста тотоу, балалары һәм ейәнсәрҙәре сәләмәтлеген нығытыу өсөн. Яңылыҡты ишеткәс, беҙ ҡунаҡсыл хужабикәнең хәлен белешеп ҡайтырға, бындай дауаланыу ысулын үҙебеҙ ҙә һынап ҡарарға уйланыҡ.
Ҡорт терапияһы авторы – Ҡырымда йәшәүсе умартасы – апитерапевт Вячеслав Савин. Кешеләр фекере буйынса, уның уникаль методикаһы йөҙләгәндәргә, бигерәк тә яман шешле ауырыуҙарға ярҙам иткән. Методиканың асылы тураһындағы мәғлүмәтте интернетта төрлө сайттарҙа табып була. Өйрәнгән мәғлүмәтенә таянып, умарталыҡтың бер йәмле мөйөшөндә Елизавета Исаева апийорт урынлаштыра. Ул еңел ағастан төҙөлгән бина. Эсендә кеше ятырлыҡ оҙонлоҡта бер нисә умарта. Умарта ауыҙы тышҡа ҡарай, бинала ҡорттар юҡ. Ятаҡҡа һалам тултырылған матрас йәйелә. Һәм “йыһаз” һауыҡтырыу процедуралары үткәреүгә әҙер. Сеанс ваҡытында кеше балауыҙ, нектар һәм эфир майҙары еҫе менән һуғарылған һауа һулай. Бер юлы микромассаж бара – ҡорттарҙың бер туҡтауһыҙ хәрәкәтләнеүе һәм безелдәүенән өҙлөкһеҙ тибрәнеү һәм ҡеүәт барлыҡҡа килә. Кеше организмы үҙенсәлекле булғанға, бындай терапияның һөҙөмтәһе һәр кешелә төрлөсә. Кемдер көсө артыуын тоя, берәүҙәр яҡшы йоҡлай башлай, икенселәрҙең ҡан баҫымы нормаға инә, өсөнсөләре радикулиттан ярҙам күрә. Күрше ҡыҙы Татьяна Тураева, мәҫәлән, ятаҡты ҡыҙыу бәреп торған рус мейесе менән сағыштырған. Уны апитерапия баш ауыртыуынан арындырған. Савин үҙе билдәләүенсә, бер юлы умартасылыҡ продукттарын да ашаһаң, дауаланыу һөҙөмтәһе көсәйә.
... Мин дә апийортҡа индем. Тәнгә меңләгән һыуыҡ энәләр ҡаҙалған кеүек тойолдо. Һуңынан, татлы бал менән сәйләп алғас, тәндән рәхәтлек йүгерҙе, кискә ҡан баҫымы төштө. Ә хеҙмәттәшем иһә беренсе тапҡыр бер нимә лә һиҙмәгәнен белдерҙе.
Шулай итеп, Елизавета Александровна әйтеүенсә, һәр кеше үҙенсә ҡабул итә был дауаны. Ошо һауыҡтырыу ысулдарына ышанырғамы, юҡмы – һеҙҙең эш. Бында ҡунаҡта булыусылар күбеһе бизнес төҙөргә кәрәк, тиҙәр. Елизавета үҙе, иң мөһиме – сәләмәтлек, ти. Һәм кемгә лә булһа иммунитетын нығытырға кәрәк икән, ярҙам итергә риза. Бушлай. Хужабикә яңы идеялар менән янып йәшәй. Апийорттоң беҙҙең яҡта индергән һуңғы мөғжизәһе түгеллегенә ышана ул.