Быйыл Йәштәр көнө, һис ҡасан булмағанса, ике көнгә һуҙылды. Волонтёрҙар, йәштәр сәйәсәте, спорт буйынса белгестәр һәм башҡа бик күптәр был ваҡиғаға бик оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнде.
Беренсе көндөң кисе “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексы ихатаһында йәш ғаиләләр, студенттар һәм уҡыусылар “Кинотөн”гә йыйылды. Тәжрибә күрһәтеүенсә, йәштәргә шундай форматта кино ҡарау оҡшай. Өҫтәүенә, һауа торошо йәйҙең беренсе сеансын тышта үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Был юлы ойоштороусылар үҙҙәренә оҡшаған фильм һайланы. “Завтрак у папы” тип исемләнгән комедия кисен балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе импровизацияланған кинотеатр экраны янына йыйып, беренсе көнгә нөктә ҡуйҙы. Ваҡытты ғаиләң, дуҫтарың менән бергә үткәреүҙән дә күңеллерәк ни бар?!
Икенсе көн ысын мәғәнәһендә бар яҡлап та ҡыҙыу булды. Район үҙәгенең көньяҡ стадионына балалар ҙа, ололар ҙа йыйылды. Әйтергә кәрәк, быйыл йәштәр көнө илебеҙҙә иғлан ителгән Волонтёрҙар йылының уртаһына тура килде. Күптәр өсөн икеләтә байрам булды ул.
Ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова әүҙем һәм маҡсатлы егет-ҡыҙҙарҙың район йәшәйешенең барлыҡ яҡтарын үҫтереүҙә мөһим роль уйнауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Физик культура һәм спорт буйынса баш белгес Радмир Әлимбәков, йәштәр сәйәсәте буйынса белгес Әлиә Усманова байрам программаһы менән таныштырҙы.
Сара рәсми асылып, волонтёрҙар тарафынан йәштәр гимны башҡарылғандан һуң, махсус майҙансыҡтар эш башланы. Район эске эштәр бүлегенең ГИБДД бүлексәһе интерактив майҙансыҡ тәҡдим итте. Төрлө йәштәге балаларҙы йәлеп итте был сара. Ҡыҙҙар һәм малайҙар полиция машинаһына ултырып ҡарау, сигналға баҫыу, инспектор яйланмаһы – жезл менән эш итеп ҡарау мөмкинлеге булды. Бәләкәйерәк балалар элек-тромобилдә йөрөнө һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнде. Пропаганда саралары сиктәрендә бәлиғ булмаған балаларҙа юлда хәүефһеҙ йөрөү күнекмәләрен тәрбиәләү маҡсатында агитация материалдары таратылды.
“Ғаилә” үҙәге психолог консультацияһы һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Балалар бик теләп тоҙло ҡамырҙан һындар эшләне, асфальтҡа аҡбур менән рәсем төшөрҙө, төрлө уйындар уйнаны.
Үҙәк район китапханаһы спорт һәм йәштәр темаһына китаптар күргәҙмәһе ойошторҙо. Теләгән һәр кем буш ваҡытта уҡыу өсөн китап һайлай, китапханаға яҙыла, яңы матбуғат менән таныша алды.
Сит ил сериалдарына эйәреп, твистер уйыны беҙҙең балалар араһына ла үтеп инде. 7-15 йәшлек балалар алып барыусыларҙың командаларын үтәү өсөн “төйөн”гә берләште. Икенсе майҙансыҡта шулай уҡ ҡыҙыҡлы “Крестики-нолики” уйы-
ны ойошторолдо. Ғәҙәти һыҙыҡтар-ҙы һәм символдарҙы төрлө төҫтәге сепрәктәр алмаштырҙы.
Футбол майҙансығында Валерий Милушкин етәкселегендәге уҡыусылар командалары көс һынашты. Уйын ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә Ҡаран йыйылма командаһы еңеүсе тип билдәләнде. Уртаҡкүл – икенсе, Бүздәк 1-се урта мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты.
Стритбол – урамда ойошоролған баскетбол. Спорттың был төрөндә ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары ҡатнашты. Гүзәл заттар араһында “Черный плащ” командаһы беренсе урынды яулаһа, “Комета” командаһы – көмөш, “Звёздочки” бронза призға лайыҡ булды. Егеттәр араһында “Цербер” командаһы алдынғылыҡты бирмәне. “Ромашка” – икенсе урында. Линария Мамлиева һәм Марат Хисаметдинов иң яҡшы уйынсы тип табылды.
ДОСААФ-тың Вәсил Әхтәмов етәкселегендәге урындағы бүлексә-һе пневматик винтовканан атыу буйынса ярыш ойошторҙо. Ҡыҙҙар араһында Эмилия Ситдиҡова, Милана Фәррәхова, Лидиә Ноғманова иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Ир-аттар араһында Рәмил Тимашев, Әлфир Хәмиҙуллин, Арсен Вәлиев иң мәргәндәре булды.
“Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәге тренер-уҡытыусылары балалар өсөн “Күңелле старттар” ойошторҙо. Унда өс тиҫтәнән артыҡ ҡыҙ һәм малай ҡатнашты.
Шәхси эшҡыуар Хәйеровтар сарала ҡатнашыусыларға төрлө коктейль, кеүәҫ, һуттар, шәкәр мамығы тәҡдим итте. Балалар быға бик һөйөндө.
Буяуҙар фестивале программаның иң сағыу мәле булды. Быйыл махсус буяуҙар түләүле булһа ла, фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр аҙ түгел ине. Буяу фестивале ҡатнашыусыларҙы йәйғор төҫтәренә биҙәне.
Шулай уҡ был көндө “Прорыв года” тигән беренсе район премияһы ла тапшырылды. Ойоштороусылар барыһын да ентекле уйлаған һәм сара “Оскар” тапшырыу тантана-һын хәтерләтте. Номинациялар һәм еңеүгә дәғүәселәр иғлан ителгәс, волонтёр ҡыҙҙар конверттар сығарҙы. Конкурсанттарҙың исемдәре айырым бер тантана менән әйтелде. Башҡа байрамдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл дресс-код индерелде: номинанттар сәхнәгә байрам күлдәктәрендә һәм костюмдарҙа сыҡты.
“Йолаларҙы һаҡлау” номина-цияһын татар тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Гүзәл Гәүһәрова иғлан итте һәм премияны Илсур Ғәбделвәлиевҡа тапшырҙы. район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Шәйәхмәтова “Ижади балҡыш” номинацияһында моңло тауышлы Данил Имаевты бүләкләне. 2018 йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. “Иң әүҙем ғаилә” номинацияһы Эльза һәм Руслан Янбухтиндар ғаиләһенә тапшырылды. Шулай уҡ “Йыл атаһы” номинацияһы ла билдәләнде. Бында Вәсил Әхтәмов дәғүә итте. Урындағы волонтёрҙар ойошторған тәүге сараларҙың береһе – район хакимиәте башлығы кубогына үткәргән КВН. “Иң шаян һәм тапҡыр” номинацияһында Луиза Бәҙретдинова еңеүсе булды. “Йыл волонтёры” – Эльвина Ғәзизова, “Йәш хәбәрсе” – Ильнара Ғәлләмова, “Йәш спортсы” – Виталий Маркелов премияға лайыҡ тип табылды.
Сараны ойоштороусылар Йәштәр көнөн үткәреүҙә ярҙам итеүсе бағымсыларға, ҡунаҡтарға, диджей Ш.Ҡудашев һәм Р.Ғайнановҡа ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Тантаналы сара волонтёрҙарҙың “День добрых дел” тигән йыры менән тамамланды. Ә байрам аҙағында күңелле дискотека ойошторолдо.