-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
29 Май 2018, 18:43

Башҡорттарҙа сәй эсеү ҡағиҙәләре

Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, ихласлығын, киң күңеллелеген, йомартлығын, тағы әллә күпме сифаттарын сағылдыра торған иң күркәм йолаһы ул – сәй эсеү.

Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, ихласлығын, киң күңеллелеген, йомартлығын, тағы әллә күпме сифаттарын сағылдыра торған иң күркәм йолаһы ул – сәй эсеү. Был ғәҙәт ҡаныбыҙға һеңгән, әйҙәгеҙ, ошо ҡағиҙәләргә байҡау яһайыҡ.

• Иртән торғас та плитәгә сәй ҡайнатырға ултыртҡас ҡына, башҡа эштәреңә тотон.

• Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара: тәүҙә сәй эс.

• Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.

• Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң, сәйҙе – ҡоймаҡлап, һыуһаһаң – ҡарағатлап,өшөһәң – баллап, эҫелә – ҡоротлап эс.

• Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.

• Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйтеп ал.

• Күршеңә ҡунаҡ килһә, ҡунаҡ күреү сәйенә ал.

• Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.

• Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.

• Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.

• Йома көндө йома сәйе эсер.

• Ҡәйнә булһаң – кейәү сәйе, бейем булһаң – килен сәйе эсер.

• Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.

• Йәйен сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, ҡайнатма ҡайнат.

• Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫ-тар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.

• Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп, сәй эс.

• Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә: кофе эскәндән һуң тағы сәй эс!

(“Киске Өфө” гәзитенән)

Читайте нас: