+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
14 Май 2018, 16:47

«Йәш армия» хәрәкәте булдырылды

Благовар районында йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла.

Благовар районында йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Уларҙың һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыуы, егеттәрҙе әрме сафына тантаналы оҙатыуҙар, ҡаршы алыуҙар матур йолаға әйләнде.

2016 йылдың 29 июлендә дәүләт теркәүе алған Бөтә Рәсәй “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе булдырылыуы быға асыҡ дәлил.

Районыбыҙҙа беренселәрҙән булып Языков урта мәктәбендә 20 илһөйәрҙе тантаналы шарттарҙа хәрәкәткә ҡабул итеү сараһы уҙҙы. «Йәш армия» ағзалары әйтеүенсә, улар был хәрәкәткә ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡушылған.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, илһөйәрлек рухы, хәрби әҙерлек бала саҡтан уҡ тәрбиәләнеп, артабан маҡсатлы нығытылырға, үҫтерелергә тейеш. Шик юҡ, киләсәктә Благовар “Йәш армия” бүлексәһе үҙ сафына йылдан-йыл
үҫмерҙәрҙе күберәк йәлеп итеп, уларҙан Ватан намыҫын һәм мәнфәғәттәрен һаҡларға һәм яҡ-ларға әҙер булған ысын илһөйәр-
ҙәр тәрбиәләр.

Читайте нас: