-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
14 Май 2018, 16:42

«Әсә һәм бала» ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү бүлексәһе

Ауыр хәлгә дусар булып, меңдәрсә кешеләр янында үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп һиҙгән ҡатын-ҡыҙҙы йылы ҡанат аҫтына алырға әҙер йорт бар Өфө ҡалаһында.

Ауыр хәлгә дусар булып, меңдәрсә кешеләр янында үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп һиҙгән ҡатын-ҡыҙҙы йылы ҡанат аҫтына алырға әҙер йорт бар Өфө ҡалаһында. Республика «Ғаилә» ресурс үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһында эшләп килгән «Әсә һәм бала» бүлексәһе тураһында һүҙебеҙ. Был йортта донъяла япа-яңғыҙ ҡалған, һынауҙарҙы күтәргәндә юғалып ҡалған, быуыны нығынып етмәгәнлектән бөгөлөп төшкән ҡатын-ҡыҙҙарға дөрөҫ юлға кире ҡайтырға, тормош упҡынынан сығырға ярҙам итәләр.

Бер-бер артлы килгән ҡаты һынауҙарҙан сабыр ҡанаттары шартлап һынғанда, ғәҙеллеккә ышанысы тамам һүнеп, йәндә һуңғы тамсы өмөт ҡалмағанда шаҡый гүзәл зат был йорт ишеген. Ғаиләлә йәберләнеүҙәргә, туҡмалыуҙарға артабан сыҙамайынса, балаларын етәкләп сығып киткән йәки ире менән айырылышыу ғазабынан йөрәк көсө бөткән, иң хәсрәтле мәлдәрендә япа-яңғыҙ ҡалып, тормоштан төңөлгән ҡатындар, ҡанһыҙлыҡ менән осрашыуҙан йәне теткеләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һалыр хәлгә еткән йәш ҡыҙҙар, йөклө ҡатындар ҙа һыйыныу таба бында.

Бүлек етәксеһе, социаль хеҙмәткәр, юрист, психолог һәр бер ҡатын-ҡыҙ менән ғәйәт оло айырым эш алып бара. Мәҫәлән, кәрәк икән, документтары тәртипкә килтерелә, дәғүә ҡағыҙҙары, ғаризалар әҙерләнә, ойошмаларҙа, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, судтарҙа уның мәнфәғәттәре яҡлана. Үҙенә ҡулай эш табыу, сабыйҙары булһа, уларҙы урынлаштырыу хәстәрлеген күрәләр, ҡаҡшаған һаулығын, сарпаҡланған күңелен бөтәйтеүгә көс һалалар. Тән йәрәхәттәре уңалған, йән яралары имләнгән гүзәл затҡа әкренләп кенә йәшәү ғәме ҡайта, үҙенә ышанысы нығына.

Был үҙәктә ҡатын-ҡыҙҙарға ваҡытлыса йәшәү, балалары менән аралашыу өсөн яҡты йылы бүлмәләр йыһазландырылған, уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бында улар ике айға тиклем йәшәй ала.

Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре килә
алмаһа, эш көндәрендә 8 сәғәт 30 минуттан 20 сәғәткә тиклем 8 (347) 286-02-53 телефонына, live:womendom скайбына шылтырата ала. Шулай уҡ үҙҙәре теләгән ваҡытта [email protected] адресы буйынса яҙа, www.семьярб.рф порталында белгестәргә һорауҙар ҡалдыра ала.

2017 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү бүлегенә, ғөмүмән, ғаилә-ара мөнәсәбәттәре ҡаҡшаған, йәшәү сығанаҡтары булмаған, психологик, хоҡуҡи ярҙамға мохтаж 1792 кеше мөрәжәғәт иткән. 40 ҡатын-ҡыҙға, 50-нән ашыу балаға стационар шарттарында социаль ярҙам күрһәтелгән. Ярҙам кәрәк ҡатын-ҡыҙҙарға төп талап – тормош ауырлыҡтарын еңергә теләк булыу.

«Ғаилә» Республика ресурс үҙәгенең адресы: Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27-се йорт, 1-се корпус.

Читайте нас: