-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
28 Апрель 2018, 17:04

“Зарница” илһөйәрлек тәрбиәләй

Илһөйәрлек тәрбиәләү бурысының һәр заманда көнүҙәк мәсьәлә булыуын бер кем дә инҡар итмәй.

Илһөйәрлек тәрбиәләү бурысының һәр заманда көнүҙәк мәсьәлә булыуын бер кем дә инҡар итмәй. Быны тормош үҙе иҫбатлап килә. Төп тәрбиәне ғаилә бирһә лә, баланы юғары әхлаҡлы, ғаиләгә, тыуған ергә, илгә файҙа килтерерҙәй шәхес итеүҙә әйләнә-тирә мөхит, уны уратып алған кешеләр, мәктәп тә ҙур роль уйнай. Шуға күрә мәктәптәрҙә даими рәүештә тәрбиәүи саралар үткәреү бик мөһим.

Ҡатай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә, башҡа бик күп төрлө мауыҡтырғыс саралар менән бер рәттән, балаларҙың яратҡан “Зарница” уйыны ойошҡан төҫтә үтте. 5-10-сы класс уҡыусылары ике ҙур отрядҡа бүленде, отряд командирҙары һайланды. Һәр отряд алдан уҡ әҙерлек эштәре үткәрҙе. Хәрби кейем, ҡорал, отряд йыры, флаг, санитарҙар һәм уларҙың кәрәк-яраҡтары (санитар сумкаһы, носилкалар) булыу мотлаҡ ине. Уйын башланғансы, отряд командирҙары – 8-се класс уҡыусылары И. Фаязов һәм А. Авзалов тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусы-
ойоштороусыһы Ф. Ғабдуллинға рапорт тапшырҙы. Командирҙар отряд менән идара итеү оҫталыҡтарын күрһәтте. Ауыл урамы буйлап матур һәм тигеҙ рәттәргә теҙелеп йырлап үтеү бик матур булды. Уйын булаһы баҫыуға тиклем “хәрбиҙәр” марш темпында атланы. Бында атыу өсөн һауа шарҙарынан торған сәп, мина йәшерелгән майҙансыҡ, гранаталар ырғытыу өсөн билдәләнгән ара әҙерләнгәйне. Иң көслө һәм етеҙ уҡыусы-санитарҙар носилкаларҙа “яралы һуғышсы”ны яу яланынан алып сығыу ярышында ҡатнашты. Пневматик мылтыҡтан атыуҙа 8-се класс уҡыусыһы Л. Батталова мәргәнлек күрһәтте. 9-сынан Д. Садыҡова ла унан әллә ни ҡалышманы. ”Мина баҫыуы”нда Р. Нәбиев (6-сы класс) оҫта сапер булып танылды – ҡар аҫтына йәшерелгән һауа шарҙарының күбеһен ул тапты. Гранаталар ырғытыуҙа егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа сер бирмәне. Һәр отряд үҙ уйынсыһын дәррәү дәртләндереп торҙо. Ситтән ҡарап торһаң, был баҫыу майҙаны хәрби хәрәкәттәр зонаһын хәтерләтә ине. Аҙаҡҡы ярыш йүгереү буйынса булды. Билдәләнгән урынға иң беренсе барып еткән командаға мәрәй бирелде. Уйын аҙағындағы салют, сараның тағы бер күркәм биҙәктәренең береһе булып, балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле. Барлыҡ төр ярыштарҙан һуң, бер тигеҙ мәрәйҙәр йыйған командалар, дәртле аҙымдар менән, йыр тактына баҫып, тығыҙ һәм тигеҙ рәттәрҙә“
даими дислокация урыны”на – мәктәпкә ҡайтты. Уйынсыларҙы һалҡын көн дә, әсе ел дә ҡурҡытманы, һәр кем әүҙемлек күрһәтте, ҙур теләк менән ҡатнашты. Был сара киләсәктә балалар күңелендә изге тойғолар яралыу өсөн орлоҡ булыр, тип ышанғы килә.

Читайте нас: