+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
20 Декабрь 2017, 13:01

Көрәшселәр майҙан тотто

Милли көрәш чемпионаты яҡташыбыҙ, чемпион, райондың элекке етәксеһе Ренат Шәрипов иҫтәлегенә бағышланды.

Милли көрәш чемпионаты яҡташыбыҙ, чемпион, райондың элекке етәксеһе Ренат Шәрипов иҫтәлегенә бағышланды.
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбаулы көрәш спорты федерацияһы тарафынан милли көрәш буйынса Ренат Шәрипов иҫтәлегенә ойошторолған беренсе республика чемпионатында 15 ҡала һәм райондан 68 көрәшсе ҡатнашты.
Ренат Әмир улы 1991-2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булды. Уның йөрәге бик иртә – дәртләнеп эшләрҙәй, сәмләнеп йәшәрҙәй сағында тибеүҙән туҡтаны.
Р.Шәрипов районда спорттың яңы төрҙәрен үҫтереү буйынса күп эш башҡарҙы. Ул етәкселек иткән осорҙа Бүздәк районы йыйылма командаһы республикала өс тапҡыр еңеү яуланы һәм ике тапҡыр Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты. Армрестлингсылар командаһы һәр ваҡыт республика призерҙары өслөгөнә керҙе. Ул йылдарҙа дзюдо ҙур үҫеш алды. Йыл һайын 200-ҙән артыҡ бала дзюдо түңәрәктәренә йөрөнө һәм нәҡ бына улар араһынан Рафаэль Вәлиуллин, Марианна Хисамова, Олег Ғүмәров спорт мастеры исеменә лайыҡ булды.
Әлеге чемпионат республиканың иң алыҫ райондарынан да тиҫтәлә-гән көрәшсене йыйҙы. Район ха-кимиәте башлығы Азат Арыҫланов көрәшселәрҙе сәләмләп, уларға уңыштар теләне һәм бүздәклеләр-ҙең спорттағы еңеүҙәре һәм ҡа-ҙаныштары менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбаулы көрәш спорты федерацияһы президенты Вәкил Ильясов спортты үҫтереүгә лайыҡ өлөш индергән өсөн сараны ойоштороусыларға һәм спонсорҙарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Көрәш бер юлы ике келәмдә барҙы, ярыштар барышын көйәрмәндәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Көрәш видеокамераға ла төшөрөлдө. Арбитр һәм судьялар араһында мәрәйҙәр биреү буйынса бәхәстәр сыҡһа, видеояҙманы ҡарап, берҙәм ҡарар сығарыу мөмкинлеге тыуҙырылды.
Туғыҙ ауырлыҡ категорияһының һәр ҡайһыһында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Улар ара-һында Әлшәй, Ауырғазы, Салауат, Стәрлебаш райондары, Ишембай һәм Өфө ҡалалары спортсылары бар.
– Еңеү түгел, ә ҡатнашыу мөһим. Республиканың иң көслө спортсылары менән бер келәмдә көрәшеүебеҙ менән ғорурланабыҙ, көсөбөҙҙө баһаланыҡ, тейешле һөҙөмтәләр яһаныҡ. Йылы ҡабул иткән өсөн Бүздәк еренә рәхмәт. Ярыштар юғары кимәлдә үтте, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡырмыҫҡалы районы командаһы тренеры Г. Аҡсурин.
* * *
Вәкил Ильясов, Башҡортос-тан Республикаһының Көрәш һәм билбаулы көрәш спорты федерацияһы президенты: «Иң көслө көрәшселәр был чемпионатҡа оҫталыҡтарын күрһәтергә йыйылды. Әйтергә кәрәк, турнирҙа еңеүселәр милли көрәш буйынса 8-10 декабрҙә Пермдә үтәсәк Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ».
Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йы-йылышы-ҡоролтай депутаты, Ренат Әмир улының апаһы: «Районда беренсе тапҡыр милли көрәш буйынса Ренат Шәрипов иҫтәлегенә бағышланған ярыштар үтеүе һөйөндөрә. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы, бассейн төҙөү тураһында хыялланды ул. Хыялдары тормошҡа ашты, әммә үҙе генә күрмәне. Был чемпионат районда күркәм йолаға әйләнһен, кешене иҫкә алалар һәм хөрмәт итәләр икән, тимәк, уның тураһында хәтирә йәшәй».

Лена Шәрипова, Ренат Әмир улының ҡыҙы: «Районда Ренат Шәрипов иҫтәлегенә чемпионат үткәрелеүе моңһоу ҙа, күңелле лә. Моңһоу, сөнки ҙур юғалтыу хәсрәте йөрәкте ҡат-ҡат телә, ә уның изге эштәренең дауам ителеүе күңелде шатландыра. Атайым спортты яратты һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн иртәрәк торорға иренмәне. Шәхси үрнәге менән ғаиләһен, коллегаларын, тотош район халҡын спортҡа йәлеп итте. Барлыҡ яҡташтарыма теләгем бер: балаларығыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ һәм атай-әсәйҙәрегеҙ менән аралашығыҙ, сөнки ғаилә – һәр ҡайһыбыҙ тормошонда иң мөһиме».
Читайте нас: