+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
21 Ноябрь 2017, 17:53

"Түшендә ГТО билдәһе..."

Йәй дауамында 21-се микрорайон халҡы 13-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәһендә барған үҙгәрештәрҙе күҙәтте.

Йәй дауамында 21-се микрорайон халҡы 13-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәһендә барған үҙгәрештәрҙе күҙәтте. Бер нисә аҙна дауамында бында заманса яһалма түшәмәле футбол майҙаны барлыҡҡа килде, уны шунда уҡ микрорайон, хатта ҡала малайҙары үҙ итте, спорт майҙансығы тирәһендәге биләмәгә асфальт түшәлде, иҫке гараждар урынында спорт һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн береһе генә ҡалды. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Аныҡ эштәр" проекты сиктәрендә урынлаштырылған урам тренажерҙары ла объектҡа йәм өҫтәне.

Дүрт йыл дауамында йәй көнө лә, ҡыш та файҙаланыу мөмкинлеге булған хоккей тартмасығы рәүешендәге бындай үҙенсәлекле спорт майҙансыҡтары биш дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәһендә төҙөлдө. Был физкультура дәрестәренең сифатын яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнай. Ошо төбәктә йәшәгән өлкәндәрҙең дә бәхете бар икән – улар ҙа хәҙер физкультура менән шөғөлләнә ала, сәләмәт тормошҡа эйәләшә. Майҙансыҡтар һәр кем өсөн асыҡ. Объекттарҙы асыу тантанаһында ҙур ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт транспорт һәм юл хужалығы комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, хакимиәт башлығы Алексей Шмелев һәм башҡалар бар ине. Хакимиәт башлығы микрорайон халҡын һәм мәктәп уҡыусыларын ҡотланы, төҙөүселәргә рәхмәтен еткерҙе һәм был майҙансыҡтың микрорайон халҡы һәм уҡыусылар сәләмәтлеге именлеге хаҡына оҙаҡ хеҙмәт итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Байрамға тағы бер йәм өҫтәп, Алексей Николаевич ете уҡыусыға ГТО билдәһе тапшырҙы.

Йыйылыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт транспорт һәм юл хужалығы комитеты рәйесе Тимур Рәфис улы файҙаланыуға тапшырылған объекттың спорт һәм мәғарифты үҫтереү өсөн дә, тотош ҡала округын үҫтереү өсөн дә өҫтәмә этәргес буласағын билдәләне.

Объектты төҙөүселәр исеменән "ДорСтройРемонт" предприятиеһы директоры Юрий Волков сығыш яһаны. Күркәм ғәҙәт буйынса төҙөүселәр мәктәп уҡыусыларына футбол туптары бүләк итте. Яңы майҙансыҡта тәүге рәсми ярыштарҙы башлап ебәреү хоҡуғы Тимур Мөхәмәтйәновҡа һәм Алексей Шмелевҡа бирелде. Сығыштарҙан һуң ҡаланың йәш футболсылары араһында беренсе иптәштәр турниры башланды.

Читайте нас: