-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
15 Ноябрь 2017, 18:42

Бүләккә – йыр-бейеү һәм аралашыу миҙгелдәре

Өлкәндәребеҙгә бик күп тә кәрәкмәй – әҙ генә иғтибар ҙа улар өсөн ҙур шатлыҡ. Үҙҙәрен иҫкә алыуҙарын белеп, күңелдәре елкенә.

Өлкәндәребеҙгә бик күп тә кәрәкмәй – әҙ генә иғтибар ҙа улар өсөн ҙур шатлыҡ. Үҙҙәрен иҫкә алыуҙарын белеп, күңелдәре елкенә.

Оло байрам – Өлкәндәр көнө уңайынан ҡарттар һәм инвалидтар йортонда концерт-тамаша булып үтте. Сараны район ветерандар советы һәм ветерандар коллективы әҙерләне. Оло йәштә булһалар ҙа, күңелдәре әле һаман ун һигеҙҙә. Байрам ҡунаҡтары йәш саҡтарында популяр булған йырҙарҙы башҡарҙы, бейене. Бында йәшәүселәр рәхәтләнеп Рәйсә Гәрәева, гармунда өҙҙөрөп уйнаған килендәштәр – Зәкирә һәм Зимфира Ғәлиуллиналарға ҡушылып, халҡыбыҙҙың “Күбәләк” йырын башҡарҙы. Йәүҙәт Ялаев һәм Флүзә Бикбаева дуэтының сығышын ысын күңелдән алҡыштар менән
ҡаршыланылар. Ә Лүзиә Хәфизова һәм Нәжиә Сәлимгәрәева баш-ҡарыуындағы башҡорт халыҡ бе-йеүе лә тамашасы күңеленә хуш килгәндер, тип уйлайым.

Байрамды алып барыусы Рәхилә Маннапова һандуғастай моңло тауышы менән күңел ҡылдарын тибрәтерҙәй итеп йырланы һәм байрам менән ҡотланы. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ теләне. Үҙ сиратында, интернат директоры Әнүәр Закиров ҡунаҡтарға шундай ҙур бүләк өсөн, сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Бында йәшәүселәрҙең һәр ҡайһыһының яҙмышы төрлөсә, ләкин улар ҡартлыҡ көндәрендә ошонда килеп, йәштәштәре менән аралашыу мөмкинлегенә шатлана. Ләкин улар өсөн иң мөһиме – туғандары, яҡындары һәм балаларының онотмауы. Бындай осрашыуҙарҙы улар түҙемһеҙлек менән көтә. Шуны онотмаһаҡ ине.

Читайте нас: