+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
30 Октябрь 2017, 18:53

Беҙҙекеләр һынатманы

Өфө ҡалаһының “Биатлон” спорт комплексы ерлегендә 2002 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр араһында велосипед спорты буйынса Республика беренселегенә үткән ярыштарҙа райондашыбыҙ Тимур Ғабдуллин призлы 2-се урын яуланы.

Өфө ҡалаһының “Биатлон” спорт комплексы ерлегендә 2002 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр араһында велосипед спорты буйынса Республика беренселегенә үткән ярыштарҙа райондашыбыҙ Тимур Ғабдуллин призлы 2-се урын яуланы. Тимурҙың

велосипед спорты менән бер йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, Белорет,

Октябрьский, Ишембай ҡалаларынан килгән көслө спортсыларҙы артта ҡалдырыуы барыһын да шаҡ

ҡатырҙы.

Районыбыҙҙың велосипед спортын үҙ итеүселәрҙең тренеры – Руслан Минәхмәт улы Янбаев. Уның тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа гел яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Был юлы ла улар район данын тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе. 32 спортсы араһында Сергей Кочарян 7-се, Данил Еникеев 9-сы урын яуланы.

Башҡортостан Республикаһының велоспорт Федерацияһы рәйесе
Р. Латипов Благовар урта мәктәбе уҡыусыһы Тимур Ғабдуллинға аҡсалата премия тапшырҙы һәм киләсәктә уңыштар теләне.

Читайте нас: