-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
30 Октябрь 2017, 19:20

Алға, шәхси рекордтарға!

Шаран ауылы футбол майҙанында Шаран районы хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре йыйылма командалары һәм 5 – 11-се класс уҡыусылары араһында “Көҙгө кросс” район ярыштары үтте.

Шаран ауылы футбол майҙанында Шаран районы хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре йыйылма командалары һәм 5 – 11-се класс уҡыусылары араһында “Көҙгө кросс” район ярыштары үтте.

Старт алдынан бишенсе класс уҡыусыларының да, өлкән ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың да берҙәй тулҡынланыуын күҙәтеүе ҡыҙыҡ булды. Бер кем дә үҙ алдына беренсе булыу маҡсатын ҡуйманы, әммә йүгереүселәрҙең һәр ҡайһыһы кү-ңеленән башҡаларҙы уҙыу йәки һис юғы финишҡа уңышлы килеп етеү өмөтө менән янды. Еңеүселәр һәм призерҙар араһында район үҙәгенең ике мәктәбе, Мишәр, Наратаҫты, Түбән Ташлы һәм башҡа мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ төрлө һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар, медиктар, энергетиктар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылар, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре
һ. б. бар ине.

Барлыҡ призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде, әммә иң төп бүләк – ҡурҡыуҙы еңеп, дистанцияны үтә алыу. күптәр ярыштарҙан һуң даими күнегеүҙәр үтәргә, сәләмәт тормош менән йәшәргә һәм әүҙем хәрәкәтләнергә кәрәк, тигән уйҙар менән китте.

М. Әхмәтова фотоһы.
Читайте нас: