Табиптар билдәләүенсә, бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтарының төп сәбәбе – ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ бәшмәктәрҙе танымау һәм ризыҡты дөрөҫ әҙерләмәү. Ағыуланыу билдәләре (баш ауыртыу, күңел болғаныу, ҡоҫоу, тәүлеккә 10-15 тапҡырғаса эс китеү) ашағандан һуң 1,5-2 сәғәт үткәс беленә. Температура күтәрелмәҫкә лә мөмкин. Пульс зәғифләнә, аяҡ-ҡулдар һыуына. Себен бәшмәге (мухомор), иблес бәшмәге (сатанинский), ялған баллы бәшмәк (ложные опята) менән ағыуланғанда һаташыу, галлюцинациялар барлыҡҡа килә, кеше аҡылдан шашыу хәленә етә.
Ҡайһы бер бәшмәктәрҙе (волнуш-ки, рядовки) дөрөҫ әҙерләмәү ҙә сә-ләмәтлеккә зыян килтерә. Уларҙы ашағандан һуң (1-4 сәғәт үткәс) күңел болғана, ҡоҫтора, эс китә башлай. Составына ыҫмалаға оҡшаш матдәләр ингән шартлы рәүештә ашарға яраҡлы бәшмәктәр – гөрәждә (груздь), волнушка, валуй, горкушка, рядовка, толкачик, скрипицалар
ашҡаҙан һәм нескә эсәктәрҙең ял-ҡынһыныуына килтерергә мөмкин.
Ашарға йәш бәшмәктәрҙең генә яраҡлы булыуына иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ цинк һауытта тоҙларға, маринадларға кәңәш ителмәй.
Бәшмәк ботулизм кеүек ауыр сир сығанағы да була ала. Банкаға ҡаплар алдынан таҙалап йыуылмаған булһа, өҫтөндәге туп-раҡ бөртөктәре менән ботулизм сығанағы ла эләгергә мөмкин. Өйҙә термик эшкәртеү һөҙөмтәһендә улар юҡҡа сыҡмай, ә һауа инә алмаҫлыҡ итеп ҡапланған банкалағы шарттар кеше өсөн ҡурҡыныс ағыу үҫешенә килтерә.
Сирләмәҫ өсөн консервалау алдынан бәшмәктәрҙе яҡшылап таҙаларға, йыуырға кәрәк. Өй шарттарында эшкәрткән осраҡта ҡапҡастары тығыҙ ябылмаған банкалар ҡулланырға кәңәш ителә.
Ботулизм сире үҙен 12-72 сәғәт үткәс белдерә. Билдәләре: баш ауыртыу, ауыҙ кибеү, күңел болғаныу, ҡоҫоу, эс китеү, көҙән йыйырыу, атлау ҡыйынлашыу, күҙ күреме насарланыу. Бер-ике генә билдәһе килеп сыҡһа ла, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Аҡ поганка һәм ал бәшмәккә (сыроежка) оҡшаған башҡа ағыу-лы бәшмәктәргә хас түңәрәк булмағанлыҡҡа инаныр өсөн бөтә бәшмәктәрҙе лә аяҡтары менән генә киҫергә кәрәк. Уларҙы автомобиль, тимер юлдарҙан мөмкин тиклем ситтә йыйыу яҡшы. Артыҡ үҫкән, боҙолған һәм ҡортлоларын бөтөнләй алмағыҙ.
Эшкәртелмәгән бәшмәктәрҙе һыуытҡыста йәки һалҡынса урында бер нисә сәғәт кенә һаҡларға ярай. Ямғырлы һәм дымлы көндәрҙә улар айырыуса тиҙ боҙола.
Ялан шарттарында бәшмәк ашамағыҙ, сөнки ағыуланыу ҡурҡынысы ҙур.
Бәшмәк – эсәктә ауыр үҙ-ләштерелеүсе аҙыҡ. Шуға күрә уны ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға, һигеҙ йәше тул-маған балаларға ашатыу тыйыла (ҡасан һәм нисек әҙерләнеүгә ҡарамаҫтан).
мәғлүмәт агентлығы.