+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
һаулыҠ һаҠлау
29 Сентябрь 2017, 13:23

Лагерҙа бойоғорға ваҡыт юҡ

20 июлдән 9 авгусҡа тиклем 30 ҡыҙ һәм малай каникулдарының бер өлөшөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы спорт-сәләмәтләндереү лагерында үҙ йәштәштәре менән күңелле һәм иркен шарттарҙа үткәрә алды.

20 июлдән 9 авгусҡа тиклем 30 ҡыҙ һәм малай каникулдарының бер өлөшөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы спорт-сәләмәтләндереү лагерында үҙ йәштәштәре менән күңелле һәм иркен шарттарҙа үткәрә алды. Мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы программа лагерҙа булған ваҡытта балаларға бойоғорға юл ҡуйманы, уларҙы йәшәү энергияһы һәм сәләмәтлек менән байытты.

Өс аҙналыҡ ял балаларҙы физкультураға, спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә әүҙем йәлеп итеүгә йүнәлтелгән төрлө сараларға бай булды. Улар үҙҙәренең ижади һәләттәрен, фантазияларын күрһәтте, дуҫлашырға һәм берләшергә лә өлгөрҙө. Балалар футбол, волейбол, өҫтәл теннисы, шашка, шахмат буйынса ярыштарҙа, спорт викториналарында, конкурстарҙа, Велосипедсы көнөндә сәмләнеп ҡатнашты, походҡа йөрөнө. Ижади тренерҙар С. Санников, И. Рамаҙанов, Э. Һөләймәнова, С. Сякаев барыһын да дәрт-ләндереп торҙо, шәфҡәт туташы Л. Кутлина балаларҙың сәләмәтлеген күҙ уңында тотто.

Күңелле, әүҙем ял – уңышлы каникул нигеҙе. Әммә, бер һүҙһеҙ, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа ялдың хәүефһеҙ булыуын теләй. Шуға күрә көндәрҙең береһе хәүефһеҙлек көнө тип иғлан ителде. Шул уңайҙан балалар менән профилактик әңгәмәләр үткәрелде, мәктәп уҡыусыларына янаған хәүефтәрҙе, уларҙан һаҡланыу алымдарын өйрәнеү уның маҡсаты һәм бурысы булды. Барлыҡ ҡағиҙәләр хәтерҙә оҙаҡ һаҡланһын өсөн, балалар үҙ-үҙҙәрен яҡлау алымдарын өйрәнде, йәш турист мәктәбендә шөғөлләнде, Айболит көнөндә ҡатнашты. Балаларҙың тулы ҡиммәтле ялына тәмле туҡ-ланыу ҙа булышлыҡ итте.

Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар ваҡыттарын бик файҙалы үткәрҙе, сәләмәтлектәрен ны-ғытты һәм яңы уҡыу йылына көс тупланы.

Был битте Лениза Ғабдуллина әҙерләне.
Читайте нас: