Кискә табан машиналар бер-бер артлы ҡалаға ағыла, күл буйҙары бушап, тынып ҡала. Һәм бысрап. Яландар ҡап-тартмалар, аҙыҡ ҡалдыҡтары, шешә, таушалған сепрәк-сапраҡ менән тулған.
Был урынға аҙыҡ-түлек һалынған тоҡсай күтәреп килеү бер ни тормай, шул сүпте йыйып, кире тоҡсайға тултырыу һәм өйгә алып ҡайтып китеү ауыр, күрәһең. Икенсе көндө лә улар шулай уҡ был урынға ялға килә, шул сүп араһында урынлашып, тәмләп ашарға керешә. Тәбиғәт ҡосағында ял – ҡорһаҡ тултырыу байрамы. Эргәлә генә бала-саға уйнай, ваҡытын аҙыҡ ҡалдығы, сүп араһында үткәреүгә күнегә. Бына балалар йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән ҡулайламаны тишә. Матур һыу инеү костюмы кейгән йәш әсә уны ҡыуаҡтар араһына алып осора. Өлкән йәштәге апай түҙмәй, шелтә белдерә, яуап итеп: "Һинең эшең түгел!" – тигән һүҙҙәр ишетә. Уның артынан әсе һүгенеү һүҙҙәре яуа.
Икенсе көндө тағын эҫе, яр буйында алма төшөр урын юҡ. Ғәҙәти күренеш: машина тора, унан һулда – ҙур сүплек, уң яҡта балаҫта ултырып, өлкәндәр һәм балалар тәмләп ашай.
Көҙ көнө сүпте йыйып сығасаҡ, төҙөкләндереү хеҙмәте менән һөйләшеп, килешеп, уны тейәп оҙатасаҡ ирекле ярҙамсылар табыласағына ышаныс бар. Тәбиғәткә кем дә булһа ярҙам итергә тейеш бит, юғиһә яҙғы ҡар һыуҙары ҡалдыҡтарҙы күлгә йыуҙырып төшөрәсәк. Әммә үҙе менән сүпте алып китергә теләмәгән йәки уны сүп һауытына алып барып һалмаған кешеләр менән нишләргә? Был кешеләрҙең йөрәге, башы, йәне урынында нимә һуң?