Кисәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәрен баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтарын ойоштороуға бәйле тәнҡитләне.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙ бындай майҙансыҡтар эшләп, кеше үҙ участкаһында йәшелсә-емеш үҫтереү менән шөғөлләнһен өсөн иҡтисади яҡтан дәртләндерергә тырышабыҙ. Баҡсасылыҡ - стратегик тарих, тине республика етәксеһе. Радий Хәбиров, бушлай сауҙа урындарын башҡа эшҡыуарҙар алмаҫҡа тейеш, тип тә белдерҙе.
Туймазыла хәлдәр нисек?
Туймазыла баҡсасылар өсөн кәштәләр өс урамда йыһазландырылған.
Ҡалала баҡсасылар өсөн прилавкалар өс урамда – Чапаев, Луначарский һәм Ленин проспектында йыһазландырылған. Урындағы пенсионерҙар бында һәр ваҡыт йорт продукцияһын һата. Йәшелсә һәм еләк йыйып, улар иртән һәм кис сыға.
Ололар помидор һәм ҡыяр, стакандарҙа ҡурай еләге, мәтрүшкә, укроп тәҡдим итә. Сауҙа яҡшы бара, кәштәләр буш түгел, ә тәбиғи продукцияны яратыусылар уны әүҙем һатып ала.