Дуҫлыҡ ауылында «Изге йөрәктәр» маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса ирекмәндәр пункты эшләй. Унда ошо ауыл кешеләре төрлө йүнәлештәр буйынса файҙалы эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Ирекмәндәр үҙҙәренең ваҡытын һәм көсөн хәстәрлеккә һәм иғтибарға мохтаж булғандарға бағышлай, ә яуап итеп рәхмәт һүҙҙәре ишетә.
Улар МХО яугирҙары өсөн сетка үрә. Бөгөн күптәр МХО-ла булған яугирҙарға ярҙам итергә тырыша. Быны ирекмәндәр аша эшләү яҡшыраҡ. «Изге йөрәктәр» вәкилдәре аҙыҡ-түлек, кейем, медикаменттар, реабилитация саралары, техника һәм инструменттар менән посылкалар йыя. Улар шулай уҡ егеттәргә үрелгән селтәрҙәр һәм окоп шәмдәре лә ебәрә. Мораль ярҙам да мөһим: яугирҙарға йылы һәм изге теләктәр менән балалар хаттары һәм һүрәттәр тапшырыла.
Ғәфүр ауыл советы башлығы Радис Сафин билдәләүенсә, ирекмәндәр бөгөн башҡаларға өлгө булып тора.
-Махсус хәрби операциялағыларға ярҙам эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, ихлас күңелдән был эшкә ҡушылған ауыл халҡына, эште ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, - ти Сафин.
Был көндө волонтерҙарға ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм «Иман» фольклор коллективы ла ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
3 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм ауыр ваҡытта илдең берҙәмлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Башлығы махсус операция халыҡты берләштерҙе, тине.