+1 °С
Ясно
Спорт
28 Октября 2024, 04:48

Туймазыла 13 йәшлек ҡыҙға инсульт булған

Туймазылағы ятаҡтарҙың береһендә 13 йәшлек ҡыҙҙың хәле ҡапыл насарая.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туймазыла 13 йәшлек ҡыҙға инсульт булғанТуймазыла 13 йәшлек ҡыҙға инсульт булған
Туймазыла 13 йәшлек ҡыҙға инсульт булған

Ул аңын юғалта. Һөҙөмтәлә был психотроп йәки наркотик матдәләр ҡулланыу арҡаһында булған тигән имеш-мимештәр тарала.

Туймазы табиптары был версияны кире ҡаға. Туймазы дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Роберт Ғәлиев һүҙҙәренсә, ҡыҙға инсульт булған. Тикшереүҙәрҙән һуң был көндө уҡыусы психотроп һәм алкоголь ҡулланмауы, шулай уҡ тәмәке тартмауы асыҡлана.

Пациент Өфө дауаханаларының береһенә оҙатылған. Хәҙер ул ауыр хәлдә, уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Табиптар фекеренсә, инсульт стресс арҡаһында булыуы ихтимал.

 

Туймазыла 13 йәшлек ҡыҙға инсульт булған
Туймазыла 13 йәшлек ҡыҙға инсульт булған
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас