Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләндермәгән уҡыусыларға имтиханды бер предмет буйынса ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителде. Быны бер тапҡыр эшләргә мөмкин, шул уҡ ваҡытта үткән имтихан һөҙөмтәһе юҡҡа сығарыла.
Туймазыла был мөмкинлектән 39 уҡыусы
файҙаланған. Уларҙың һөҙөмтәләре 17 июлдән дә һуңға ҡалмайынса билдәле буласаҡ.
Хәтерегеҙгә
төшөрәбеҙ, быйыл Туймазы районында ете уҡыусы максималь 100 балға имтихан тапшырҙы. Улар Башҡортостан вуздарына уҡырға инһә, 150-шәр мең һум аҡса аласаҡ. Уларҙың уҡытыусылары 50 мең һум күләмендә премияға лайыҡ буласаҡ.