Илшат Әмир улының сәләмләү һүҙҙәренән һуң Тамара Михайловна сығыш яһап, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенең тормошобоҙҙағы ҙур әһәмиәтен, йәмғиәт менән дәүләттең уртаҡ маҡсаттағы йүнәлешенә ҙур этәргес биреүен билдәләне.
Артабан урындағы мәғариф, мәҙәниәт ойошмалары белгестәре "Йәрмәкәй районының белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу торошо тураһында", "Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә китапханаларҙың роле", "Балалар баҡсаһындағы башҡорт теле түңәрәгенең эше тураһында" тигән темалар буйынса сығыш яһаны.
Ирина Рәхмәтуллина Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте.
- Беҙҙен районда милли мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, йыл һайын Йәрмәкәйҙә «Ата-бабалар ере» Ыҡ төбәге халыҡтарының төбәк-ара ижади фестивале уҙғарыла. Сарала Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур өлкәһенән 30-ға яҡын ижади коллектив һынау тота. Район башҡорттары ҡоролтайы шәжәрә байрамдарын, ауылдарҙың юбилейҙарын үткәреүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ йыл һайын беҙҙә башҡорт мәҙәниәте айлығы ойошторола, уның сиктәрендә төрлө осрашыуҙар, мәҙәни, фәнни саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Башҡорт ырыуҙары тарихына, танылған мәғрифәтселәргә, күренекле уҡытыусыларға, фән эшмәкәрҙәренә арналған берҙәм тематик дәрестәр ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. "Айыҡ ауыл" проекты ла өҫтөнлөктә. Был йәһәттән ҙур уңыштарыбыҙ бар. 2023, 2024 йылдарҙа беҙҙен ауылдар республика куләмендэ енеп, беренсе урынды яуланы, - тиелде сығышта.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына делегаттар ҙа һайланды.