Улар тамашасыға Анна Батуринаның "Фронтовичка" әҫәрен тәҡдим итте. Тамаша бик үҙенсәлекле башланып китте һәм бар күңелдәрҙе үҙенә йәлеп итеп, һәр тамашасыны хәл-ваҡиғалар эсендә йөрөттө. Улар геройҙар менән бергә янды, көйҙө, шатланды-иланы, көлдө һәм бейене лә. Декорацияларҙың да уйланып, үҙенсәлекле итеп ҡоролоуы тамашасыға һиҙҙермәй генә, ваҡиғалар ағышынан сығармай ғына алышыныуы маҡтауға лайыҡ.
Бында режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың да роле ҙур. Спекталдә төп герой бейеүсе булырға хыяллана. Уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, һуғыш башлана һәм ул ут эсендә лә бейеүгә булған һөйөүен ташламай, яҡты киләсәккә ышана. Һуғыш бөткәс уҡыуымды дауам итеп, балалар менән эшләйәсәкмен, ти. Һәм тап шулай килеп сыға ла - ул мәҙәниәт йортонда балаларға бейеү буйынса дәрестәр бирә.
Бында инде геройҙарҙың һығылмалы хәрәкәттәр менән бейеүендә үҙебеҙҙең хореограф, талантлы бейеүсе "Сәфәр" өлгөлө бейеү ансамбленең етәксеһе Дамир Хәлит улының тырышлығы һалыныуы күренеп тора ине.
Тамаша бер тында үтте лә китте. Һәр геройҙың һөйләгән һүҙе, ҡиәфәте, үҙен тотошо тамаша тамамланғас та, оҙаҡ уйландырҙы. Тамашасы уйлана икән, тимәк, артистар үҙ эшенең оҫтаһы, авторҙың, режиссерҙың халыҡҡа ни әйтерен еткерә алған.
Туймазы ҡалаһының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы филиалы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең әүҙем ағзалары күптән көтөп алған тамашаға күмәкләп килде. Аҙаҡтан да тарихи-мәҙәни үҙәктә спектакль буйынса фекер алышыу булды.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп, Туймазы халҡын йөкмәткеле тамаша менән ҡыуандырған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры артистарына, администратор Альбина Миҙхәт ҡыҙына оло ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ. Ижади эшегеҙҙә уңыштар, тулы заллы тамашалар теләйбеҙ һәм тағын да көтөп ҡалабыҙ.
Ағинәйҙәрҙе онотмай, уларҙың ялын мәҙәни яҡтан ойоштороп, сараға саҡырыусы Туймазы Башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Дамир Ибраһимовҡа ла ҙур рәхмәт!