+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Май , 11:14

Хуш, яугир

Түбәнге Троицк ауылында 27 йәшлек махсус операция яугиры Илнар Ғәйнетдиновты һуңғы юлға оҙаталар. Хәрби хеҙмәткәр менән хушлашырға туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ бөтә ауылдаштары килә: Илнар Рәзиф улын барыһы ла яҡшы яҡтан ғына белә.

Хуш, яугир
Хуш, яугир

Туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашырға шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов килде. Ул яугирҙың әсәһенә, уның ҡустыһына һәм һеңлеһенә, ике бәләкәй ҡыҙына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.

 

Илнар Рәзиф улы Түбәнге Троицк мәктәбендә 9 класты тамамлағандан һуң Октябрьский нефть колледжына уҡырға инә. Һуңынан армияла хеҙмәт итә.

 

Февраль аҙағында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй. «Башҡортостан» ирекле полкының артдивизионында хеҙмәт итә.

 

– Беҙ уның менән бергә үҫтек, - тип һөйләне яугирҙың дуҫтарының береһе. - Ул яҡшы дуҫ ине, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торҙо. Ябай, эшсән егет, ул ысын герой булып сыҡты.

Илнар Рәзиф Улы 16 апрелдә, үҙенең 28 йәше алдынан, Кременный янындағы алыштарҙа һәләк була. Һуңғы секундҡа тиклем ул үҙенең хәрби бурысына тоғро ҡала. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Илнар Рәзиф улы үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Награданы яугирҙың әсәһе Ғәлиә Шәүкәт ҡыҙына тапшырҙылар.

Хуш, яугир
Хуш, яугир
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: