Форумдың эшлекле өлөшө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың обелискына веноктар һалыуҙан башланды. Форум ҡунаҡтары ауыл тарихы, ауыл һәм район үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр, спорт традициялары, халыҡ оҫталарының эштәре менән танышты.
Сарала милли аш-һыуҙан ауыҙ итеү күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Уларҙың ассортименты бик ҙур ине, сөнки ауылда 11 милләт дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Улар - башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, үзбәктәр, тажиктар, әзербайжандар, әрмәндәр, удмурттар, сыуаштар, немецтар һәм ҡаҙаҡтар.
Форумдың икенсе өлөшө спортҡа бағышланды. "Әбделкәрим саңғыһы"нда 100-ҙән ашыу саңғысы һәм ике ғаилә командаһы ҡатнашты. Саңғыла һигеҙ йәш категорияһындағы атлеттар ярышты. Иң йәш ҡатнашыусы Эмилия Саубановаға өс кенә йәш. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Эмилия үҙенең тәүге ярыштарында өсөнсө урын яулай, саңғыла өлкән ҡыҙҙар менән ярыша. Иң өлкән спортсы Нурғәли Аҫылбаевҡа — 86 йәш.
Был ярыштарға унынсы тапҡыр килгән Ырымбур өлкәһе спорт ветераны Айрат Яруллин:
- Ырымбур һәм Йәрмәкәй спортсылары дуҫлыҡ күперҙәрен нығыта. Беҙ-бер татыу йәшәйбеҙ. Бөгөн Әбделкәрим ауылы халҡы бөтәһенә лә үҙҙәренең берҙәмлеген, дуҫлығын, ҡунаҡсыллығын күрһәтте.