+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Март 2023, 11:44

Туймазы районы башлығы махсус хәрби операция зонаһында яугир-яҡташтар менән осрашты

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов яугирҙар менән осрашты.

Район етәксеһе яугирҙәр һәм командирҙар менән аралашты, уларҙың  көнкүреш шарттары менән танышты. Уларға туғандарының хаттарын тапшырҙылар.

 Туймазы районынан яугирҙарға «Нива» автомобиле килтерелде, уны яугирҙар өсөн «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илнур Шакиров һатып алды. Шулай уҡ йылы кейем, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре һәм халаттар, окоп шәмдәре, портатив рациялар, генераторҙар, инструменттар, йоҡо тоҡтары, жилеттар һәм башҡа файҙалы әйберҙәр менән 800-ҙән ашыу посылка алып барылды.

Красный Луч ҡалаһының хәрби комиссариаты туймазыларҙан компьютер, ә госпиталь - гуманитар йөктөң бер өлөшөн һәм кәрәкле дарыуҙар алды.

 «Әсәйҙәр, ҡатындар, балалар, туғандар һәм яҡындар өсөн иң мөһиме - яугирҙар иҫән-һау. Хәрби командирҙар туймазылар хаҡында ыңғай фекерҙә», - тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Айҙар Суфиянов йөктөң был партияһын йыйыуҙа ярҙам күрһәткән бөтә Туймазы халҡына рәхмәт әйтте. Улар иҫәбендә - ирекмәндәр, «Туймазы ҡалаһының һыу каналы», «Экология Т», «Строй-холдинг», Туймазы нефть базалары, «Башгидравликасервис», «Альтернатива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре предприятиелары коллективтары, ауыл советтары, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: