-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Март 2023, 14:02

Бишек йыры тынмай яңғыраһын

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә тәүге тапҡыр Ҡандракүл клубында «Өләсәйемдең бишек йырҙары» - бишек йырҙарын яңғыҙ башҡарыусылар фестивале ойошторолдо.

Конкурстың төп маҡсаты - бишек йырын башҡарыу мәҙәниәтен тергеҙеү, яңы таланттар асыу һәм балаларҙы һәм өлкәндәрҙе музыка аша берләштереү.

Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар биш номинация буйынса ярышты.

Был көндө сәхнәнән халыҡ йырҙары, автор әҫәрҙәре, эстрада йырҙары яңғыраны.

Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов рәйеслегендәге жюри ҡатнашыусыларҙың башҡарыу кимәлен, милли колоритын, музыкаль эшкәртеүҙе һәм башҡарыу үҙенсәлеген баһаланы. Жюри составында БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Биләмә-ара клуб системаһы» муниципаль автономиялы учреждениеһының художество етәксеһе Әлиә Ғәбитова һәм Туймазы ҡалаһының «Балалар-үҫмерҙәр музыка мәктәбе» муниципаль автономиялы учреждениеһының башҡорт фольклоры етәксеһе Альбина Зарипова эшләне.

“ Өләсәйемдең бишек йырҙары” проекты районда үҫеш алһын, бишектә бәүелеп, матур, батыр, рухлы киләсәгебеҙ үҫһен, тип теләне был сарала ҡатнашыусылар.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: