+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ғинуар 2023, 10:20

Октябрьский ҡалаһынан табип Луганск Халыҡ Республикаһында эшләп ҡайтты

Октябрьскийҙан табип Руслан Сәмиғуллин Башҡортостандың медицина бригадаһы составында үҙ теләге менән Луганск Халыҡ Республикаһында эшләне

Октябрьскийҙан табип Руслан Сәмиғуллин Башҡортостандың медицина бригадаһы составында үҙ теләге менән Луганск Халыҡ Республикаһында эшләне

1-се ҡала дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы Руслан Сәмиғуллин яңыраҡ ЛНР-ҙан ҡайтты. Унда ул хеҙмәттәштәре менән бергә өс ай була. Башҡортостандың 27 белгесенән торған сираттағы медицина бригадаһы кәрәкле медикаменттар ҙа алып барҙы.

Руслан Викторович яңы Рәсәй төбәгендә йәшәүселәрҙең хәлен иғтибарһыҙ ҡалдыра алманы. Медицина хеҙмәткәре кадрҙарына ҡытлыҡ булғанда коллегаларының ярҙамы айырыуса мөһим икәнен яҡшы аңлай ул.

Табиптарҙың етешмәүе, кәрәкле ҡорамалдар һәм медикаменттар етмәүе - былар барыһы ла тәжрибәле табипты ғәжәпләндермәне: ул ҡайҙа барғанын белә ине. Бындай ҡатмарлы һәм ҡайһы берҙә хәүефле шарттарҙа ла Луганск коллегаларының үҙ эшен яҡшы башҡарырға ынтылыуы таң ҡалдырҙы. Табиптар һәм урта медицина персоналы һәр төрлө ярҙамды әҙерлек менән ҡабул итте. Башҡортостан һәм Луганск халыҡ республикаһы белгестәре тәүлек әйләнәһенә иңгә-иң терәп эшләне.

 

- Красный Луч дауахананан тыш, сик зонаһында урынлашҡан госпиталдәрҙә эшләнем, - тип дауам итә Руслан Сәмиғуллин. - Нимә эшләп өлгөрәм, шуны эшләнем. Беҙҙең профессияла былай: оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ. Шуға күрә мин, ниндәйҙер ғәҙәттән тыш эш башҡарҙым, тип уйламайым. Берҙән-бер - тәүге ике аҙнала артиллерия тауышына күнегергә тура килде.

Табип Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә урындағы халыҡтың дуҫтарса мөнәсәбәтен билдәләй. Кешеләр медиктарға ҡаһарманлыҡтары һәм квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерә.

- Әгәр миңә тағы барырға тәҡдим итһәләр, риза буласаҡмын, - ти табип, уйлап тормайынса. - Медицина күҙлегенән ҡарағанда, унда яҡшы белгестәр эшләй тип әйтә алам, әммә оҙаҡ йылдар уларҙың кәрәкле матди-техник базаһы, ябай ғына дарыуҙары булмаған. Ваҡыт уҙыу менән барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Ә беҙ һәр саҡ коллегаларыбыҙға ярҙам итербеҙ һәм ярҙамға килербеҙ. Беҙ бер команда, маҡсаттарыбыҙ ҙа уртаҡ.

Фото - "Октябрьский нефтяник".

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: