+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь 2022, 11:05

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылына йомғаҡ яһалды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡортостанда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы тип иғлан иткән ине.

Кисә Кандракүл ауылы мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа ошо йылды ябыу сараһы уҙҙы.

Йыл дауамында Туймазы районында сағыу һәм мөһим саралар, ярыштар, фольклор конкурсы үтте.

Сара барышында Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы, унда «Ауыл-ара клуб системаһы» муниципаль автономиялы учреждениеһының художество етәксеһе Әлиә Ғәбитова һәм Собханғол ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Марина Хәсәншина бүләкләнде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: