+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июнь 2019, 14:13

Тренер өлгө күрһәтте

Ҡазанда тхэквондо буйынса чемпионат, Рәсәй беренселеге һәм төҫлө билбауҙар фестивале үтте.

Ҡазанда тхэквондо буйынса чемпионат, Рәсәй беренселеге һәм төҫлө билбауҙар фестивале үтте. Унда илебеҙ төбәктәренән төрлө йәш төркөмөндәге 2000-дән ашыу спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан Респуб-ликаһы Тхэквондо федерацияһы йыйылма командаһы составына Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәге тренеры Радик Иҙиәтов тәрбиәләнеүселәре лә инде.

Республика йыйылма командаһы дөйөм “копилкаға” 26 беренсе урын, 24 икенсе һәм 28 өсөнсө урын яуланы. Бүләктәргә Шаран спортсылары ла өлөш индерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, чемпионатта Радик Иҙиәтов ветерандар араһында 70 килограмға тиклем ауырлыҡ кате-горияһында “массоги”, “стоп балл” һәм “хьенг” дисциплиналарында 1-се урын яуланы.

Беренселектә Айгиз Фәттәхов 10-11 йәшлек үҫмерҙәр араһында 3-сө урын алды. Төҫлө билбауҙар фестивалендә Руслан Ситдиҡов 70 килограмға тиклем ауырлыҡтағы ир-егеттәр араһында “массоги” һәм “стоп балл” дисциплиналарында 1-се урын алды. Дмитрий Крылов 53 килограмға тиклем ауырлыҡтағы 10-11 йәшлек үҫмерҙәр араһында “массоги”ла 2-се урынды, “стоп балл” дисциплинаһында 1-се һәм команда “массогие”нда 2-се урынға лайыҡ булды.

Илһам Фәйзуллин һәм Әлмир Тимеркәев 6-7 йәшлектәр араһында “стоп балл” дисциплинаһында 3-сө урынға сыҡты.

Данир Иҙиәтов, Илмир Ғәлиуллин, Илназ Ғарапов, Нияз Ғарапов, Лилиана Сәйетғәлина һәм Анастасия Сидорчук та лайыҡлы сығыш яһаны.

Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгенең тхэквондо секцияһы тәрбиәләнеүселәрен һәм тренер Р. Иҙиәтовты тхэквондо буйынса чемпионатта, Рәсәй беренселегендә һәм төҫлө билбауҙар фестивалендә еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм спорт ярыштарында яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Читайте нас: