+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2019, 17:49

«Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

10 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

10 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы етәкселеге, баш тренер Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Төбәк етәксеһе ошо һәм башҡа спорт төрҙәренә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе, – тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Бер нисә мәсьәләгә фекеремде белдерәм. «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ 60-сы йылдарҙа ойошторолған клубты, данлы еңеүҙәр яулаған клубты үҫтереү өсөн яуаплы. Һис шикһеҙ, ярҙам буласаҡ, беҙ быны «Башнефть» менән дә тикшерҙек. Шул уҡ ваҡытта футболға һәм башҡа профессиональ төрҙәргә (ләкин был турала һуңыраҡ). Төбәктәргә профессиональ спорттың ни тиклем кәрәклеге тураһында фәлсәфәүи мәсьәлә бар, әлбиттә. Үҙемдең идара итеү һәм спорт яғынан тәжрибәмдән сығып, юғары ҡаҙаныштар спорты булған, тиҫтәләгән мең йәштәр Радуловты, Умаркты, Живоглядовты һәм Слайҙы ҡараған ерҙә күмәк спорт нығыраҡ үҫешә тип әйтә алам», — тине Радий Хабиров.
Фотола: «Салауат Юлаев» командаһы көйөрмәне Әлфиә Фазуллина.

Читайте нас: