«Журналист яҙмалары» телеграм-каналында яугирҙәрҙең Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусинға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән видеояҙма баҫылды.
Журналист һөйләүенсә, 31-се мотоуҡсылар полкының хәрби хеҙмәткәрҙәренең береһе – ул Иҫке Ҡандра ауылынан - башлыҡтан төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүен һораны. Мәсьәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителә һәм гуманитар ярҙам фронтҡа оҙатыла. Был төҙөлөш материалдары, кабель, насостар, сантехника һәм һыу өсөн һауыттар.
Гуманитар ярҙамды Страйк алып бара. Ул да Туймазынан. Ир яҡташтарының ярҙамы көс өҫтәй һәм ҡанатландыра, ти.
"31-се мотоуҡсылар полкы һәм Туймазы районы яугирҙәре исеменән фронтҡа ярҙам күрһәткәне өсөн район башлығы Булат Мусинға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөтә материал көнкүреш ҡоролошона китә. Башҡортостан, алға!,- тине Страйк.