+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
15 Сентябрь , 13:45

Туймазынан СВО зонаһына ике УАЗ машинаһы юлланды

УАЗ - алғы һыҙыҡта алмаштырғыһыҙ машина.

Туймазынан СВО зонаһына ике УАЗ машинаһы юлланды
Туймазынан СВО зонаһына ике УАЗ машинаһы юлланды

«Туймазыгорэлектросети» акционерҙар йәмғиәте биләмәһендә СВО зонаһына оҙатыу өсөн ике УАЗ әҙерләнде. Машиналар техник тикшереү үтте һәм тулыһынса файҙаланыуға әҙер. Оҙаҡламай уларҙы тәғәйенләнгән урынға алып барып еткереүсе фураға тейәрҙәр. Туймазылылар гуманитар ярҙам да әҙерләгән. Уның төп өлөшө - маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, күсмә матрастар, мендәрҙәр. «Овощевод» крәҫтиән-фермер хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Марат Ғәйфуллин хәрби хеҙмәткәрҙәргә дискылар менән генератор һәм тәгәрмәстәр, Октябрьскийҙан «Оберег» төркөмө ирекмәндәре ҡиммәтле медицина препараттары, «Беҙҙекеләргә ярҙам итәйек» ҡатын-ҡыҙҙар ирекле союзы – носилкалар тапшырҙы. Әлбиттә, туймазыларҙың яҡташтарына посылкалар - ойоҡбаш, бирсәткәләр һәм кейем-һалым йыйҙы.

УАЗдарҙың береһе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон медвзводына оҙатыласаҡ. Уны «МАСКИТА» клубы ирекмәндәре менән туймазылар йыйған аҡсаға һатып алғандар.

Икенсе «буханка»ны СВО зонаһына Башҡортостан етәкселеге тапшырҙы. Тәғәйенләнгән урынға тиклем автомобилдәрҙе яраланғандан һуң алғы һыҙыҡҡа кире юлланған хәрби хеҙмәткәр оҙата.

- «Буханка»ның быуаты алғы һыҙыҡта ҡыҫҡа, - ти яугир. - Ләкин уларҙың әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Ул бер ниндәй бысраҡтан да ҡурҡмай.Был автомобиль аҙыҡ-түлекте һәм һыуҙы теләһә ниндәй нөктәгә алып бара ала, яралыларҙы сығара. Уны һатып алыуға аҡса күсергән яҡташтарҙың барыһына ла рәхмәт әйтке килә. «МАСКИТА» клубына айырым рәхмәт. Ирекмәндәр эшләгән селтәрҙәр нисә кешенең ғүмерен, күпме машинаны һәм боеприпасты һаҡлап ҡала алған.

Рәхмәт һүҙҙәренә икенсе яугир ҡушылды.

- Беҙ, туймазылар, район башлығы Айҙар Суфияновҡа беҙҙең ғаиләләребеҙгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Был ысынлап та эш кешеһе: һәр һорау ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителә. Һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булған урындағы предприятие етәкселәренә ҙур рәхмәт. СВО-ла тәүге гуманитарканы алыуыбыҙҙы хәтерләйем. Йөк менән фура килде, райондарҙы саҡырылар, егеттәр килеп, посылкалар ала. Ә Туймазы юҡ та юҡ. Беҙ, күрәһең район, йыйырға өлгөрмәгәндәрҙер, тип уйлағанбыҙ. Ә иң аҙаҡтан иғлан ителә: «Егеттәр, таралышығыҙ, Туймазы районы ғына ҡала». Ҡараһаҡ, унда ярты фура. Беҙ көн аҙағына тиклем ашамлыҡ һәм кейем-һалым һалынған ҡаптарҙы бушаттыҡ. Бындай ярҙам беҙгә көрәшергә көс бирә.

Әйткәндәй: «Туймазыгорэлектросети» акционерҙар йәмғиәте, ғәҙәттәгесә, гуманитар йөк ебәреү нөктәһенә әүерелде: бында транспорт өсөн уңайлы майҙансыҡ бар.

Туймазынан СВО зонаһына ике УАЗ машинаһы юлланды
Туймазынан СВО зонаһына ике УАЗ машинаһы юлланды
Туймазынан СВО зонаһына ике УАЗ машинаһы юлланды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас в