+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Май 2023, 14:43

Туймазыла СВО зонаһына мобилизацияланған яугирҙарҙың сираттағы төркөмөн оҙаттылар

Ике аҙналыҡ отпуск тамамланғандан һуң улар хәрби позицияға кире ҡайта.

СВО зонаһына юлланыусы яугирҙар төркөмөн туғандары, дуҫтары, коллегалары оҙатты. Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов һалдаттарға хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар артабан да уларға ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип ышандырҙы.

Яугирҙәрҙең береһе - 26 йәшлек Туймазынан Илдар уҙған йылдың ноябрендә повкестка ала.

- Бригадаға бүленер алдынан беҙ, Туймазы индустриаль колледжын тамамлаған ете кеше, бер бүлектә хеҙмәт итеүҙәрен һораныҡ, - ти һалдат. - Командование беҙгә ҡаршы килмәне. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашабыҙ.

Уҡыу үҙәгендә мин гранатометсыға уҡып сыҡтым, бер нисә хәрби операцияла ҡатнаштым да инде. Яҡташтарыбыҙ беҙгә аҙыҡ-түлек, медикаменттар, маскировка селтәрҙәре оҙата. Отпускы Шаран районында үткәрҙем. Ауыл советы йылы осрашыу ойошторҙо. Ғөмүмән, улар өсөн тынысмын, уларға ярҙам итәләр, мәҫәлән, утын менән тәьмин иткәндәр. Хужалыҡтағы бер нисә проблеманы хәл иттем, йәшелсә ултырттым, ағайым ата-әсәйемә бесән әҙерләүҙә ярҙам итәсәк.

Ял итеү минуттарында беҙ тормоштан ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы иҫкә алабыҙ, тыуған яҡтарҙан яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: