+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
10 Май 2023, 12:50

Яҙғы ҡырауҙар һәр ваҡыт көтөлмәгәндә килә

Әгәр һеҙҙең үҫемлектәрҙе ҡырау һуҡһа, был кәңәштәр һеҙгә.

Тәжрибәле баҡсасы Гүзәл Насирова түбәндәгеләрҙе эшләргә кәңәш итә: шунда уҡ, иртәнсәк, зыян күргән үҫемлектәргә пульвериризатор менән һалҡын (ни тиклем һалҡыныраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ) һыу менән һиптерергә кәрәк. Шунан һуң зыян күргән үҫемлектәрҙе туҡылмаған материал менән ҡаплап, беренсе тәүлектә һалҡын термос булдырырға кәрәк. Япма аҫтында температура тотороҡлораҡ һәм һалҡыныраҡ булған һайын (ләкин плюслы!), үҫемлекте ҡырауҙанҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеге лә күберәк була.

Һуңынан кисен Эпин (биостимулятор) буталған эретмә менән зыян күргән үҫемлектәрҙе эшкәртергә кәрәк. Бер аҙнанан процедураны ҡабатларға мөмкин. Ҡырауҙан һуң бер нисә көн үткәс, туңыу кимәле тулыһынса асыҡланғас, үҫемлектәрҙең бөтә өлөштәрен һау еренә тиклем ҡырҡып алырға кәрәк.

Йәлләмәгеҙ. Улар яңынан үҫмәй, әммә ауырыуҙар тататыусы буласаҡтар. Беҙҙең подписчиктар араһында баҡсасылар бармы? Ниндәй кәңәштәр менән бүлешә алаһығыҙ?

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: