+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Апрель 2023, 13:57

Туймазылар социаль селтәрҙәрҙә сәйер бөжәктәрҙең ябырылыуына зарлана

Туймазыларға меңәрләгән бөжәк барлыҡҡа килгән

Ваҡ бөжәктәр өйгә инә, тәҙрәләргә һәм автомобилдәргә, йорт стеналарына ҡуна, үтеп барыусыларҙың кейеменә ултыра.

Туймазыла йәшәүселәр социаль селтәрҙәрҙә сәйер бөжәктәрҙең ябырылыуына зарлана. Туймазылар, улар хәүефле түгелме һәм улар менән нимә эшләргә, тип ҡыҙыҡһына.

Беҙ Туймазы ҡалаһының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең биология уҡытыусыһы Дилара Рахмановаға бөжәктең фотоһын күрһәттек.

- Был - Kleidocerys resedae. Ябайлаштырып әйткәндә, ер ҡандалаһы. Был бөжәктәрҙең кәүҙәһе яҡынса биш миллиметр оҙонлоҡта, бер аҙ ҡабарынҡы. Башы өсмөйөш формаһында. Аяҡтары һәм мыйыҡтары ерән төҫтә, ә арҡаһы ҡыҙғылт көрән. Өҫкө ҡанатында ҡара нөктәләр бар. Уның ҡанаттары үтә күренмәле. Кешкләрҙе тынысландырырға теләйем - бөжәк кеше өсөн зыянһыҙ. Әле йылытты, уларҙың үрсеү осоро. Ун көндән һуң ҡышлаған бөжәктәр парлашып, ҡарышлауыҡтарын һала һәм һәләк була.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: