+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
4 Апрель 2023, 11:25

Туймазы театрында премьера әҙерләйҙәр

Апрелдә Туймазы татар драма театры труппаһы драматург Наил Ғәйетбайҙың «Студенттар йәки ҡыҙҙар, ишектйрҙе асығыҙ!» пьесаһы буйынса яңы спектаклдең премьераһын тәҡдим итә.

Унда ролдәрҙең береһен йәш артист Руслан Ғәбитдинов уйнай.

- Яңы роль минән күпкә олораҡ кешене уйнауым менән ҡатмарлы, - ти 20 йәшлек актер. - Ә был бөтөнләй икенсе хәрәкәт пластикаһы, башҡасараҡ интонация һәм хатта донъяға ҡараш. Миңә был спектаклгә тиклем тиҫтерҙәремде, йә бөтөнләй малайҙарҙы уйнарға тура килде. Йәғни ниндәйҙер кимәлдә мин үҫеп етеү осорон үткәрҙем. Ә хәҙер аҡыллы тәжрибәле кеше образына инергә маташам. Туймазыға ул диплом спектакленән һуң уҡ килә. Сәхнәлә уны Туймазы драма театры директоры Руслан Вәхитов күрә һәм эшкә саҡыра. Ғәбитетдинов саҡырыуҙы ҡабул итте һәм бер тапҡыр ҙа был хаҡта үкенмәне ул.

 Һуңынан «Тоҡом» спектаклендә төп роль уйнай. Руслан тыуған яҡты өйрәнеү музейына бара һәм... Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙған осорҙа  йәш кешене уйнай.

- Мин Бөйөк Ватан һуғышы тураһында байтаҡ фильмдарҙы ҡарап сыҡтым, ул осорҙағы хәрби операциялар хаҡында уҡып сыҡтым, - тип һөйләй актер. - Яугирҙәрҙең үҙҙәрен нисек тотоуын, уларҙың ниндәй хис-тойғоларын, яуҙа кешеләрҙең нисек үҙгәреүен өйрәндем. Был ролде Руслан бер айҙа үҙләштерҙе: труппаның эш графигы шул тиклем тығыҙ ине.

Йәш артист һүҙҙәренсә, был мәсьәләне башҡарып сығырға өлкән коллегалары ярҙам иткән.

- Тәжрибәле актерҙар мине бик йылы ҡабул итте. Уларҙың һәр береһенә кәңәшләшә алыуымды беләм, - тип һөйләй артист. - Туймазыла йәшәү шарттары ла ҡәнәғәтләндерә. Иң мөһиме - ижади эшләү, профессиональ яҡтан үҫеү мөмкинлеге бар.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: