-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
29 Март 2023, 12:49

Туймазы музейында Юрий Гагариндың автографы һаҡлана

Йыһан тематикаһы экспонаттары араһында - грамоталар, космонавтика символикаһы менән сувенир билдәләре, юбилей тәңкәләре.

Башҡортостандың Милли музейы филиалының Туймазы тарих-крайҙы өйрәнеү музейында Юрий Гагариндың фотопортреты, сувенир билдәләре, кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына арналған иҫтәлекле миҙалдар һәм юбилей тәңкәләре ҡәҙерләп һаҡлана.

Байконур космодромында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән туймазылы  Александр Самсоновтың материалдары араһында космонавтар Юрий Гагарин менән Герман Титовтың автографтары һаҡлана.

Шулай уҡ музей фондтарында Туймазы ҡалаһының почетлы гражданы Николай Тарасовтың материалдары араһында ватан космонавтикаһы тарихын һәм ҡаҙаныштарын пропагандалаған өсөн грамота һаҡлана.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: