+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Март 2023, 13:25

Туймазы ҡыҙы башҡорт кәләштәренең республика конкурсы призеры булды

Балтас районының Иҫке Балтас ауылында башҡорт кәләштәренең «Йәш килен» республика этноконкурсы уҙҙы.

Конкурста Башҡортостандың 10 районынан 11 ҡыҙ ҡатнашты.

Туймазы районынан Ҡандра ауылынан 27 йәшлек Азалия Чиглинцева сығыш яһаны. Уны конкурсҡа Үҙәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Гөлнара Шакирова һәм Зөлфиә Батршина әҙерләне.

Ике көн буйына ҡатнашыусылар башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүҙәрен күрһәтте. Тәүге көндә улар ғаиләләренең тарихы менән таныштырҙы һәм ижади номер менән сығыш яһаны. Икенсе көндә конкурсанттар йола күрһәтте, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, ҡул эштәрендә һәм аш-һыу әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте.

Жюри хөкөмөнә ҡыҙҙар үҙҙәре бешергән милли ризыҡты ла тәҡдим итте. Конкурс йомғаҡтары буйынса Азалия Чиглинцева өсөнсө урын яуланы. Гран-приға Өфө районыны килене лайыҡ булды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: