+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Март 2023, 13:24

Туймазы районы уҡыусылары медиаижад конкурсында еңде

«Тик-Ток» номинацияһында Туймазы балаларының өс фильмы иң яҡшылары тип танылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған республика медиаижад конкурсы еңеүселәре фестивале үтте. Унда Туймазынан делегация ла ҡатнашты.

Фестиваль сиктәрендә балалар актерлыҡ оҫталығы, ҡом анимацияһы, социаль, яңылыҡтар, танып белеү роликтары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү ойошторолдо.

«Тик-Ток» (14-18 йәш) номинацияһында 1-се урынандра Ҡандра ауылының Ә.М. Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбенең «Яңы йыл мандарины» фильмына бирелде. «Балалар танып белеү ролигы» (14-18 йәш) номинацияһында 1-се урынды шулай уҡ Ҡандра ауылы 1-се мәктәбенең «Бөйөк Еңеү геройҙарын иҫкә алабыҙ» фильмы яуланы.

Конкурста Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 250-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ижади бәйге алты номинация буйынса кесе һәм өлкән йәштәгеләр категорияларында уҙҙы: иң яҡшы уйын фильмы, иң яҡшы йәнһүрәт, иң яҡшы социаль реклама, иң яҡшы яңылыҡтар ролигы, балалар өсөн танып белеү ролигы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: