+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
22 Март 2023, 13:57

Уңыштар һеҙгә, Гөлназ Рәдиф ҡыҙы!

7-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Рәдиф ҡыҙы Хафизова "Йыл уҡытыусыһы" конкурсының финалына сыҡты. Бөгөн ул "Матбуғат конференцияһы" һынауында ҡатнаша.

7-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хафизова Гөлназ Рәдиф ҡыҙы «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының финалына сыҡты. Бөгөн ул «Матбуғат конференцияһы» һынауында - матбуғат вәкилдәре һәм уҡытыусылар, уҡыусылар һәм педагогик вуз студенттары менән асыҡ диалогта ҡатнаша. Гөлназ Хафизова бер нисә ярышты уңышлы үтте. Ул «Методик оҫтахана», асыҡ дәрес үткәрҙе, Өфөнөң 155-се лицейының бишенсе класс уҡыусылары менән тайм-менеджмент темаһына әңгәмәләште. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы финалсылары өсөн уҡытыусы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: