+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
15 Март 2023, 15:24

Туймазынан яугир Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының хәрби хәбәрсеһенә интервью бирҙе

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының махсус хәбәрсеһе Александр Сладков үҙенең телеграм-каналында Кахов һыу һаҡлағысы буйында төшөрөлгән видеоны күрһәтте.

Видеола - окоптар. Уларҙы Башҡортостан яугирҙары ҡаҙған. Окоптарҙа Сладков яугир менән ҡыҫҡа ғына һөйләшеү башлай. Илмир исеме егет. Асыҡланыуынса, Туймазы районынан икән. Мобилизацияға тиклем механизатор булып эшләгән.

- Исем нимә аңлата? - тип ҡыҙыҡһынды Сладков.

- Ил һәм донъя.

- Тыныс ил, - тип тәҡдим итте Сладков үҙенең вариантында. Яугир ризалаша.

Видеояҙма сыҡҡандан һуң Туймазы районы Татар-Олҡан  ауылы халҡы яугирҙе таныны. Һанаулы минуттар эсендә пост 700-ҙән ашыу лайк йыйҙы.

«Илмир, афарин, һинең менән ғорурланабыҙ!», «Бөтәһе өсөн дә өлгө бул!», «Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яҡташтар. Еңеү менән ҡайтығыҙ!», - тигән комментарийҙар социаль селтәрҙә барлыҡҡа килде.

Александр Сладков махсус хәрби операция зонаһында үткән йылдың февраленән алып, хәрби хәрәкәттәр урындарынан репортаждары менән билдәле. Башҡорт яугирҙәре ҡатнашлығындағы сираттағы репортажды 19 мартта киске сәғәт 8-ҙә «РОССИЯ-1» телеканалында ҡарарға мөмкин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: