+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
2 Февраль 2023, 15:06

Благоварҙарҙа йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән ҡыҙыҡлы ижади осрашыуы үтте

Райондың үҙәк моделле китапханаһына журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Ул журналистика өлкәһендәге тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Хәбәрсе эшенең үҙенсәлектәре, журналистикала кәрәкле һөнәри сифаттар хаҡында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм яҙыусының китаптары тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: