+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
1 Февраль 2023, 11:29

Туймазыла ауыл халҡы йома көндө алкоголь һатыуҙы тыйҙы

Туймазы районы Ҡандракүл ауылында йәшәүселәр йома көндө магазиндарҙа алкоголь менән сауҙа итмәҫкә хәл иткән.

Ҡандракүл ауылында өс магазин бар. Эшҡыуарҙар менән килешеү буйынса урындағы халыҡ тәүлек эсендә хәмер һатыуҙы тыйырға хәл иткән.

Был ауыл кешеләре икенсе йыл инде иң айыҡ ауыл исемен йөрөтөү өсөн күп эштәр башҡара. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу өсөн урын  юҡ бында. Улар күмәкләп спорт ярыштары, мәҙәни саралар, өмәләр, байрамдар үткәрә - әлбиттә, алкоголһеҙ.

Шулай итеп, үткән йылда ауылда «Самауыр байрамы», «Бәйге» спорт ярыштары үтте, унда райондың һәр төбәгенән сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ былтыр ауыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсының финалына сыҡты һәм еңеүгә тиклем аҙ ғына тауыш етмәне. Быйыл улар был бәйгелә тағы ла ҡатнаша. Граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған «Демография» милли проекты бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: