+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Ғинуар 2023, 10:35

Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә?

Бер ваҡыт табиптың уҡыусыһы уға килеп, оҙон ғүмерле булыу серен һорашҡан.

.– Кеше бер ҙә юҡтан ғына йөҙйәшәр булмайҙыр бит, ә? Бының берәй сере барҙыр. Әйтһәңсе миңә, Остазым.Тегеһе яуапты оҙаҡ көттөрмәгән:

– Беләһеңдер, һаулыҡ – иң ҡим­мәтлеһе. Бына тап ул – оҙон ғүмер нигеҙе. Ә һаулыҡ нигеҙе – тыныслыҡ.

Тыныс кеше үҙен мөхәббәт шашыныуы, бөткөһөҙ нәфрәт, туймаҫлыҡ нәфсе менән йонсотмай. Тыныс кеше һаулығын оҙаҡҡа һуҙылған шатлыҡ менән дә, ҡайғы менән дә ҡаҡшатмай. Һағышҡа ла батмаҫҡа, ҡурҡыуҙан да ҡатмаҫҡа тырыша. Һәм, әлбиттә, йәш дуҫым минең, тыныс кеше ҡәнә­ғәтлектәрҙән дә баш тартмай, шул уҡ ваҡытта дөйөм гармонияны ла онотмай. Бына шулай...

Гөлфирә Әхмәтшина.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: